Башҡорт сәвит музыкаһы тыуҙырыу өсөн көрәш юлында
«Башҡорт сәвит музыкаһы тыуҙырыу өсөн көрәш юлында» — мәшһүр башҡорт йырсыһы, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов 1933 йылда музыка ғилеме буйынса яҙған хеҙмәт. 1929 йылда Ҡазандан Башҡортостан хөкүмәте саҡырыуы буйынса Өфөгә кире әйләнеп ҡайтҡан Әлмөхәмәтов Башҡортостанда музыка буйынса белем биреү системаһы, опера театры һәм филармония булдырыу эшенә дәртләнеп тотона. Йырсы музыка-ағартыу эшен киң йәйелдерә. Был хеҙмәтендә ул башҡорт совет музыкаһының шул йылдарҙағы торошона баһа бирә, уның киләсәк үҫеш йүнәлештәрен билдәләй. Тарихта музыка ғилеме буйынса башҡорт телендә яҙылған тәүге хеҙмәт. Очерк 1933 йылда Өфөлә шул уҡ исемле китапта донъя күргән. Source: Wikipedia (ba)
Editions
No editions found
Lists
There is nothing here
Work -
Comments
There is nothing here